Батыр Вәлидтең ошо үлемһеҙ шиғыры Баймаҡ ҡалаһының һәм районының гимны тип һанала. Шулай ҙа быға тиклем унда алтын табыу сәнәғәтенә арналған һәйкәл булманы.
27 апрель көнө театр сәхнәһендә «Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың» тип аталған ҙур поэтик-музыкаль тамаша уҙҙы. Проект авторы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
25 март Театр эшмәкәрҙәре берлегенең Актерҙар йортонда «Күңелле сәхнә арты» («Веселая кулиса») XIII Республика театрҙары фестивале үтте. Күңелле тамаша 2000 йылдан уҙғарыла һәм ул көтөп алынған сараларҙың береһе, сөнки тик бында ғына театрҙарға ижади ирек бирелә.