Яңылыҡтар архивы

Баш ҡала театрҙары үҙенә саҡыра!

Баш ҡала театрҙары үҙенә саҡыра!

Кесе йома, 29 октябрь 2015
Һәр иртәне яңы мөмкинлектәр менән тулы көн, тип ҡабул иткәндәрҙе эш көнө аҙағында ял итеп тә алырға саҡырабыҙ һәм 29 октябрҙә республиканың баш ҡалаһында көтөлгән мәҙәниәт усаҡтарында көтөлгән мәҙәни саралар теҙмәһенә күҙ һалырға өндәйбеҙ.
Буҙа-йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт! Учалы районы Миндәк ҡасабаһында "Буҙа байрамы" үтте.

Буҙа-йәнгә рәхәт, тәнгә сихәт! Учалы районы Миндәк ҡасабаһында "Буҙа байрамы" үтте.

Кесе йома, 29 октябрь 2015
Ошо көндәрҙә Учалы районы ағинәйҙәре Миндәк ҡасабаһына "Буҙа байрамы"на йыйылды. Башҡортостан Республикаһы суверенитетына, райондың юбилейына, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнөнә, шулай уҡ ноябрҙә уҙасаҡ IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған сара бик үҙенсәлекле, фәһемле булды, күтәренке кәйефтә үтте.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Башҡортостан йәштәре” исемле “түңәрәк өҫтәл” үтте.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Башҡортостан йәштәре” исемле “түңәрәк өҫтәл” үтте.

Кесе йома, 29 октябрь 2015
Кисә генә мәктәпте тамамлап, бөгөн шау-шыулы Өфө ҡа­лаһында студент булып киткән егет-ҡыҙҙарға тәүге мәлдә бик ҡыйынға тура килә. Уларҙы, нимәгә тотонорға, кемдән ярҙам алырға, уҡыуҙа һәм йәмәғәт тормошонда нисек алдынғы булырға, тигән һорау­ҙар борсой. Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала үткән “Башҡортостан йәштәре” исемле “түңәрәк өҫтәл” тап ошо һорауҙарға аныҡлыҡ индереү маҡсатында ойошторолдо. Сарала улар республиканың һәм баш ҡаланың йәштәр менән эшләгән ойошма-үҙәктәренең эше менән танышты.
ӘЙҘӘ, ЙЫРЛА, БАШҠОРТ БАЛАҺЫ!

ӘЙҘӘ, ЙЫРЛА, БАШҠОРТ БАЛАҺЫ!

Шаршамбы, 28 октябрь 2015
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Темәс ауылы мәҙәниәт йортонда балалар араһында халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың зона бәйгеһе ойошторолдо.
З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә яңы китап  донъя күрҙе.

З.Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә яңы китап донъя күрҙе.

Шаршамбы, 28 октябрь 2015
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә башҡорт халҡының тарихының ҙур битен яҡтыртҡан, Валерий Злыгостевтың «Тағы ла ҡара яу килде...» исемле китабы донъя күрҙе.
Учалыла мәҙәни тормош ҡайнай.

Учалыла мәҙәни тормош ҡайнай.

Шаршамбы, 28 октябрь 2015
БР Учалы районында “Фольклорҙың бер көнө”, тип аталған үҙешмәкәр фольклор коллективтары район конкурсы тамаланды. Был сара халҡыбыҙҙың рухим мираҫын тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолдо.
Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙә актуаль һорауҙар. Этнофутуризм-халыҡ мәҙәниәтенең перспективаһымы, әллә юҡҡа сығыуымы?!

Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙә актуаль һорауҙар. Этнофутуризм-халыҡ мәҙәниәтенең перспективаһымы, әллә юҡҡа сығыуымы?!

Шишәмбе, 27 октябрь 2015
БР “Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙә актуаль һорауҙар. Этнофутуризм-халыҡ мәҙәниәтенең перспективаһымы, әллә юҡҡа сығыуымы?!”тигән теманы асыуға арналған йәштәр мәҙәни-мәғариф семинар-фекер алышыу көтөлә. Сараны БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.
28 октябрь-Бөтә донъя олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө.

28 октябрь-Бөтә донъя олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө.

Шишәмбе, 27 октябрь 2015
28 октябрь-Бөтә донъя олатайҙар һәм өләсәйҙәр көнө. Быйыл был көн шаршамбыға тура килә. Өлкән йәштәге яҡындарының күңелен күрергә теләүселәр, улар өсөн республика һәм баш ҡала мәҙәниәт усаҡтарында көтөлгән мәҙәни сараларҙа ял итеүҙе ойоштора ала.
БР Милли музейында “Баш һөйәктәре һәм йөҙҙәр: ата-бабаларыбыҙҙың баш һөйәктәре буйынса скульптур антропологик реконструкция”, тип аталған күргәҙмә асыла.

БР Милли музейында “Баш һөйәктәре һәм йөҙҙәр: ата-бабаларыбыҙҙың баш һөйәктәре буйынса скульптур антропологик реконструкция”, тип аталған күргәҙмә асыла.

Шишәмбе, 27 октябрь 2015
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталында республикабыҙҙа тиҙҙән ҙур сара үтәсәге хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Сәнғәт төнө» мәҙәни акцияһы Башҡортостан республикаһында ла 3 октябргә тәғәйенләнгән. Әлбиттә, баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан Милли музей был сараның төп учреждениеларының береһе. Бында, тап ошо төндә бик ҡыҙыҡлы, “Баш һөйәктәре һәм йөҙҙәр: ата-бабаларыбыҙҙың баш һөйәктәре буйынса скульптур антропологик реконструкция”, тип аталған күргәҙмә буласаҡ.
Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса һорауҙар актуаллеген юғалтмай.

Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса һорауҙар актуаллеген юғалтмай.

Шишәмбе, 27 октябрь 2015
Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы советының сираттағы ултырышында *Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләттәре берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этно-мәҙәни үҫеше* дәүләт программаһы проекты хупланды. Ул биш йылға иҫәпләнгән һәм граждандар берҙәмлеген нығытыу, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе тағы ла яҡшыртыуға, Рәсәй халыҡтарының этно-мәҙәни күп төрлөлөгөн һаҡлауға, башҡорт этносының күп яҡлы һәм гармониялы үҫешенә йүнәлтелгән.
"Сәнғәт төнө" яҡынлаша.

"Сәнғәт төнө" яҡынлаша.

Дүшәмбе, 26 октябрь 2015
Тиҙҙән, 3 ноябрҙә, Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Сәнғәт төнө» мәҙәни акцияһы уҙасаҡ.
Әлбиттә, был акцияға Башҡортостан мәҙәниәт учреждениелары ла ҡушыла
Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы”этно-төркөмө “Монако йәрминкәһе” Халыҡ-ара мәҙәни программаһын асыуҙа ҡатнашты.

Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы”этно-төркөмө “Монако йәрминкәһе” Халыҡ-ара мәҙәни программаһын асыуҙа ҡатнашты.

Дүшәмбе, 26 октябрь 2015
Монако кенәзлегендә Рәсәй көндәре сиктәрендә, 25 октябргә тиклем Халыҡ-ара “Монако йәрминкәһе”үтте. Билдәле сәнғәт эшмәкәре Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы”этно-төркөмө “Монако йәрминкәһе” Халыҡ-ара мәҙәни программаһын асыу тантанаһында ҡатнашып ҡайтты.
Һалдат 74 йыл үткәс, тыуған ерендә ерләнде.

Һалдат 74 йыл үткәс, тыуған ерендә ерләнде.

Дүшәмбе, 26 октябрь 2015
Бөйөк Ватан һуғышының ауазы һаман тынмай, үҙен хәтерләтеп тора. Ошо көндәрҙә булып үткән ваҡиға ла бының бер миҫалы. Күгәрсен районы Түләбәй ауылында тыуып-үҫкән һалдат, Гайсин Латип Ғәҙелша улы 1941 йылда һуғышҡа алына, шул китеүҙән ул хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Уның ғаиләһе-ҡатыны һәм бер ҡыҙы ҡала.
Тимофей Владимиров һәм БР Милли симфоник оркестры концертҡа саҡыра.

Тимофей Владимиров һәм БР Милли симфоник оркестры концертҡа саҡыра.

Дүшәмбе, 26 октябрь 2015
Бөгөн, 26 октябрҙә, “Башҡортостан” ДКЗ пианинола уйнау оҫтаһы, Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, “Cартлатҡыс” XIV Халыҡ-ара йәш музыканттар телевизион конкурсы дипломанты, БР Президенты стипендиаты, “Рәсәйҙең һәләтле балалары” мега-проекты еңеүсеһе, Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты Тимофей Владимировтың концерты көтөлә.
Республика башлығы гранттарына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.

Республика башлығы гранттарына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана.

Шаршамбы, 30 сентябрь 2015
Грант өсөн 2016 йылда дәүләт иҫәбенән дөйөм 90 миллион һум аҡса бүленә.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәге “Cаф сығанаҡтан” (“От чистого истока”) Бөтә Рәсәй визуаль ижад фестивалендә билдәләнгән.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәге “Cаф сығанаҡтан” (“От чистого истока”) Бөтә Рәсәй визуаль ижад фестивалендә билдәләнгән.

Шаршамбы, 30 сентябрь 2015
БР халыҡ ижады үҙәгенең был фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнашыуы, республика исеменән ижади эштәр тәҡдим итеүе һәм шунда уҡ уңыш ҡаҙаныуы шатлыҡлы.
Яңы тамаша-«Йәшә, дөрлә ғәзиз халҡым!”

Яңы тамаша-«Йәшә, дөрлә ғәзиз халҡым!”

Шаршамбы, 30 сентябрь 2015
Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Республика көнөнә арналған «Йәшә, дөрлә ғәзиз халҡым!” тип исемләнгән программа тәҡдим итә.
Өфө театрҙары үҙ ишектәрен аса!

Өфө театрҙары үҙ ишектәрен аса!

Шишәмбе, 29 сентябрь 2015
Республиканың мәҙәни үҙәге Өфөлә тупланған мәҙәниәт усаҡтары- театрҙарыбыҙ әүҙем рәүештә, бер-бер артлы үҙҙәренең ижад миҙгелен асып, ғәҙәти эшкә сумды, ә ҡайһылары йыйына ғына әле.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb