15 майҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары – Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесы буйынса ҡуйылған спектакль менән сығыш яһай.
Май айында Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре үткәрелә. Республика ҡала һәм райондарында Рәсәйҙәге берҙән-бер сиркәү-дәүләт байрамына арналған бик күп саралар ойошторола.