Дмитрий Шостакович исемендәге Санкт Петербург академия филармонияһында Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаттарының, Өфөләге урта махсус музыкаль колледж уҡыусыларының, Петр Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында белем алыусыларҙың концерты уҙғарылды.
Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы халҡы октябрь башында ҡунаҡтар ҡаршылау йолаһына өйрәнеп бөткән. Ауылдың тарихи исеме Бесәнсене Хоҙайбирҙин тип үҙгәртергә сәбәпсе булған, Башҡортостан Республикаһын ойоштороу башында тороусыларҙың алғы сафында барған күренекле дәүләт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнө алдынан был ауылда журналистика өлкәһендәге ошо премияға лайыҡ булған лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы үтә.
Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 93-сө ижад миҙгелен асты. Ғәҙәттәгесә, яңы миҙгел асыуға театр премьера спектакле әҙерләне.