Карта учреждений и афиш
Мифтахов Сәғит Мифтах улы — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт совет яҙыусыһы, драматург, 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәғит Мифтахов 1907 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһының Ҡыҙылъяр ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
2017 йыл үҙ хакимлығына көндән – көн ышаныслыраҡ инә бара. Яңы йыл каникулдарында ла илһамланып эшләгән театр коллективы быйылғы йылды яңы спектаклдәр, өр-яңы проекттар өҫтөндә репетициялар менән башланы.
Былтыр ноябрҙә старт алған телевизион проекттың маҡсаты - бер быуат эсендә республика үҫешенә тос өлөш индереүселәр араһынан иң-иңдәрҙе билдәләү.
Йәш ҡарҙарҙан ғаләм еҫе килә,
Ерҙән килә йыһан һулышы
Һауаларым һулап туйғыһыҙ бит,
Тойғоларым тотоп тыйғыһыҙ бит!..
Шағирҙың йыһан йырына арналған шиғри юлдары Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған актрисаһы Илсөйәр Ғәзетдинованың йөрәк йырына әйләнгән мәле.
Башҡорт халҡының атаҡлы һәм данлыҡлы улдарының береһе Заһир Исмәғилевтың тыуыуына - 100 йыл.
Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы «Ulduz» журналында әзербайжан телендә баҫылған.
Яңы 2017 йыл алдынан шағир Алмас Шаммас әҙәбиәт һөйөүселәргә бүләк эшләне. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә уның өсөнсө «Өй түбәмдә күгәрсендәр» исемле яңы китабы донъя күрҙе. Унда авторҙың яңы шиғырҙары һәм беренсе эре әҫәре «Трагедия современника» поэмаһы ингән.
Сәғәттәрҙе, минуттарҙы һанап Яңы 2017 йыл килә! Яңы йыл –барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана. Байрам алдынан үткән йылға йомғаҡ яһала, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар ҡуйыла.
Бөгөнгө заман көнимешебеҙгә, йолаларыбыҙға ла ҙур үҙгәрештәр индерә. Элекке кеүек, оло өмәләр ойоштороп, туғандарҙы, дуҫ-иште, күрше-күләнде бергә туплаған күп йолалар, мәҫәлән, һуғым һуйыу, бура бурау, йорт күтәреү, бесән сабыу кеүек эштәр ҙә әллә ҡайҙа тарихта тороп ҡалғандай.
Ауыл биләмәләре сәнғәт оҫталары араһында Балтас районында “Атайсал” башҡорт фольклоры фестивале үткәрелде. Төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәгән районда тамырҙары Танып ырыуына барып тоташҡан Тушҡыр ауылы һәүәҫкәрҙәре тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы.
Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа сәнғәткә, мәҙәниәткә иғтибар бермә-бер артты. Тимәк, йәшәйеш алға табан бара, халыҡ матурлыҡҡа ынтыла.
Яңы йыл каникулдары мәлендә Өфө ҡалаһының Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге йорт-музейында барған “Өләсәйем һандығынан ҡурсаҡтар” исемле күргәҙмәһенә бармай ҡалмағыҙ. Күргәҙмәлә ҡулдан эшләнелгән ҡурсаҡтар һәм уйынсыҡтар тәҡдим ителгән.
2017 йылда Өфөлә Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» операһы һәм Владимир Купцовтың «Алһыу сәскә» балеты ҡуйыласаҡ. Ике спектакль дә республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡорт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов хәбәр итеүенсә, «Рус дуэты – опера һәм балет» проекты 13,5 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.
Йыл дауамында беҙ кино йылына арналған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Сәнғәттең арбағыс был төрө тураһында белемебеҙҙе арттырҙыҡ, тарихи, документаль, нәфис фильмдар, яратҡан актер, артист, режиссерҙар тураһында күберәк белдек. Ваҡытлы матбуғат, телевизион тапшырыуҙар аша ошо сихри донъя серҙәренә тәрәнерәк сумдыҡ тиһәм, һис арттырыу булмаҫ.
Фәрит Ғәбитов — республиканың иң әүҙем кино эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ танылыу яулаған шәхес, ошо өлкәлә бай тәжрибә туплаған кеше. Уның хәтерендә башҡорт кинематографының образы һаҡлана. Фәрит Фәтих улы Ғәбитов кинопрокат эшен ойоштороусы, Рәсәйҙең кинематографистар Союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы кинематографы.
Данлыҡлы яҡташыбыҙ, билдәле ғалим һәм яҙыусы, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың 105 йыллыҡ юбилейына арналған саралар Ҡаранйылға һәм Сәйетбаба ауылдарында ҙурлап уҙғарылды.
Киномарафон барышында районда тѳшѳрѳлгән киноларҙан ѳҙѳктәр, клиптар күрһәтелде.
Яңыраҡ Күгәрсен районының Ялсы ауылында Советтар Союзы Геройы Фәттәх Ғәфурйән улы Шәмғоловҡа музей асыу тантанаһы булды.
Кисә “Родина” кинотеатрында Фәрзәнә Утарбаеваның “Ҡырағай” ҡыҫҡа метражлы уйын фильмының презентацияһы үтте. “Теүәл бер йыл элек ең һыҙғанып, күңелемдә йөрөткән хыялымды тормошҡа ашырырға ҡарар иттем һәм мораҙыма ирештем”, ти фильмдың сценарий авторы һәм режиссеры Фәрзәнә Утарбаева.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй киноһы көнө йыл һайын 27 августа билдәләнә. Ә бөгөн 28 декабрь-бөтә донъя кинематографтар һәм кино һөйөүселәр байрамы.