Карта учреждений и афиш
Ҡурсаулыҡтың Ағиҙел буйы филиалы 1958 йылда ойошторола. Уның маҡсаты – Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһындағы Мәҡсүт, Үрге Нөгөш, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр ауылдары тирәһендәге ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы – солоҡ ҡорттарын һәм ағастарын һаҡлап алып ҡалыу, уларҙы өйрәнеү һәм үрсетеү. Был ҡомартҡылар ысынлап та яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж ине.
Хәҙер инде тарих биттәренә күскән 2016 йыл Кино йылы билдәһе аҫтында үтте. Сәнғәттең был төрөнә иҫ китерлек ҙур үҙгәрештәр индерелмәһә лә, милли ерлектә төшөрөлгән фильмдар күңелдәргә ҡыуаныс өҫтәне.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы – ул төрлө музыкаль йүнәлешле мәҙәни үҙәк. Бында башҡорт халыҡ йыры, джаз ритмдары, милли эстрада музыкаһы һәм академик вокал сәнғәтенән башҡа йәшәй алмаған кешеләр ынтыла.
Өфөлә ағымдағы йылдың 22 майынан алып 2 июнгә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XXI Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтәсәк.
Республикабыҙ театрҙары мөһим ваҡиға алдында тора. 20 апрелдән 26-на ҡәҙәр Өфөлә Башҡорт АССР-ы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған «Театр яҙы» Республика фестивале уҙа һәм уның төп маҡсаты булып театрҙарҙың ижади инициативаһын күтәреү, ижади шәхестәр үҫешенә булышлыҡ итеү, театр сәнғәтен пропагандалауҙы әүҙемләштереү, иң яҡшы ижади эштәрҙе билдәләү тора.
Күптән түгел Өфө художество галереяһында билдәле билдәле фоторәссам, төрлө конкурстар лауреаты һәм еңеүсеһе Фаил Абсаттаровтың «Сахалин. Башҡортостан. Транзит» исемле күргәҙмәһе асылды.
«Российская газета» баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Горький исемендәге Әҙәбиәт институты уның нигеҙе булып торасаҡ. Мәсьәлә 2017 йылдың 31 мартына тиклем ентекләп өйрәнелергә тейеш, был эшкә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев менән Мәскәү мэры Сергей Собянин яуаплы итеп тәғәйенләнгән.
Бөгөн йылдағыса Бөрө ҡалаһында «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы башланды.Егерме өсөнсө тапҡыр уҙғарылған “Керәшен һыуыҡтары” Бөрө ҡалаһының брендына әйләнгән. «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ конкурсы йылдан-йыл үҙ географияһын киңәйтеп, сәнғәт күгендә яңы исемдәр аса.
Бөгөнгө матбуғаттың йөҙө ниндәй булырға тейеш? Газета – журнал алдырыусылар нимә уҡырға теләй? Ташҡа баҫылғанды нисек интернет селтәрендә лә уҡымлы итергә? Милли матбуғаттың төп проблемаһы бөгөн нимәлә? „Башҡортостан„ ДТРК-һы медиаүҙәгенең сираттағы матбуғат конференцияһында ошо һорауҙарға Башҡортостандың төп газета-журналдарының баш мөхәррирҙәре яуап бирҙе.
1963 йылда СССР телевидениеһында балалар редакцияһы эш башлай. Бала-саҡтан күптәребеҙгә таныш"Ералаш", "Әкиәттә ҡунаҡта", "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр" программаларын бөгөн дә балалар ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала.
Алексей Кузнецовтың билдәле “Салауат Юлаевтан һорау алыу” картинаһы Интернет-аукционда һатыла тигән яңылыҡ социаль селтәрҙә ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Бер нисә ай инде картина өсөн 225 мең һум аҡса тәҡдим итәләр.
Рәсәйҙең Кесе дәүләт академия театры ҡармағындағы Мәскәүҙең М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһы (институты) Башҡортостандың һәләтле йәштәрен йыя.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙар — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Әмирова һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров менән "Театр ҡунаҡханаһы"на осрашыуға саҡыра.
Тылсымлы донъя ул бала саҡ. "Уға һағынып та, талпынып та барып етерлек түгел... Шулай ҙа мөғжизә бар ул: бала саҡ... ҡаласаҡ. Ул саф булып, көләкәс булып, шаян булып, наян булып үҙең менән ҡа-ла-саҡ!" — тип яҙып ҡалдырған Сафуан Әлибай бер китабының инеш һүҙендә.
Ҡырғыҙ һәм башҡорт телдәрендә ҡырғыҙ халыҡ иртәге «Манас» нәшер ителде. ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫтар исемлегенә индерелгән был иртәк башҡорт теленә беренсе тапҡыр тәржемә ителә.
Рәсәй ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығы уңайынан бөгөн Башҡортостандың Милли музейында «Республиканың ҡурсаулыҡ тәбиғәте» тип исемләнгән күргәҙмә асы
Күргәҙмә Экология йылына арналған. Республикабыҙҙың гүзәл тәбиғәте, «Башҡортостан» милли паркы пейзаждары менән танышырға теләүсәләр өсөн музей ишектәре һәр саҡ асыҡ. Фотоһүрәттәрҙә Нөгөш, Йомағужа һыуһаҡлағыстары, Күперле шарлауығы кеүек тәбиғәт ҡомартҡыларын күрергә мөмкин.
Миәкә районында эшләп килгән “Ветеран” клубының 30 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур концерт булды. Тамашаны алып барыусы Зөһрә Гатич коллективтың эшмәкәрлегенә байҡау яһаны, уңыштарҙы билдәләне, ҡыйынлыҡтарҙы иҫкә алды. Һуңғы арала ғына “Еңеү салюты”, “XXI быуат”, “Яратам мин һине, тормош” республика фестивалдәрендә призлы урындар яулағандар икән. Ҡазан, Өфө, Октябрьский ҡалалары, республика райондары тамашасылары яҡташтарыбыҙҙың сығышын яратып ҡараған.
Мәғлүм булыуынса, Өфөлә хоккей йондоҙҙары аҙналығы бара. Ошо спорт байрамы уңайынан Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенсәлекле тамаша әҙерләргә йыйына. 19 ғинуарҙа "Өфө-Арена"ла Рәсәй хоккей тарихында тәүге тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының "Йондоҙҙар матчы" уҙғарыла. Матч алдынан боҙҙа "Ете ҡыҙ" башҡорт халыҡ бейеүен ҡарай аласаҡбыҙ.
Алексей Вадимович Бартошевичты уҡыусылары һәм дуҫтары "Бөйөк Барт" тип йөрөтә. Бөйөк Барт Өфөгә 25 ғинуарҙа килә. Кисен М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Йософ һәм Зөләйха" музыкаль риүәйәтен ҡарарға ниәтләй.