Карта учреждений и афиш
Беҙҙең Учалы ере элек-электән һоҡланырлыҡ, үрнәк алырлыҡ шәхестәргә бай булды. Тарихҡа ингән ихтилалдар башлыҡтары, һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары, мәшһүр сәсәндәр, сәнғәт әһелдәре, ғалимдар, яҙыусылар, журналистар...
Бөрйән районының район мәҙәниәт һарайында муниципаль шыршы байрамы үтте, район мәктәп, баҡсаларынан иң шәп, талантлы, тырыш йөҙҙән ашыу бала йыйылды.
«Урал батыр» эпосы – донъя әһәмиәтендәге күренеш. Был шедеврҙы 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алмаған булһа, бөгөн башҡорт халҡы үҙ туған телендәге ниндәй бөйөк һәйкәлдән мәхрүм булыр ине.
Бер аҙнаға һуҙылған байрам ялдарын нисек ғаилә менән матур һәм күңелле итеп үткәрергә һуң? М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ғаилә менән театрға барырға өндәй! Шулай итеп, 7, 8 ғинуар көндәре иң шәп спектаклдәр һеҙҙең ҡарамаҡҡа:
Рәсәй Оборона министрлығы ТУ-154 самолетының ҡолауы тураһында хәбәр итте.
Билдәле көлкө һәм юмор оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллина арабыҙҙан китте.
26 декабрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәғрифәтсе-шағир, ғалим Мөхәмәтсәлим ӨМӨТБАЕВТЫҢ тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған тамаша уҙа. Кисәлә филармонияның солистары һәм ижади коллективтары, билдәле шәхестәр ҡатнаша.
Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
Кисә Башҡортостандың халыҡ артисы, бейеүсе Әнүәр Фәхретдиновҡа үҙе йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды.
Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Республика Башлығы шыршы байрамы үтәсәк. Йәш тамашасыларға мажаралы әкиәт донъяһына сәйәхәт көтә.
Үткән аҙнала төрки донъяһы арҙаҡлы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнөн билдәләне. Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалған шәхесебеҙ хөрмәтенә арналған тантана уның һәйкәленә сәскә һалыу менән асылды. Артабан сарала ҡатнашыусылар Сибай институтына юлланды. Бында Әхмәтзәки Вәлидиҙең китаптарынан күргәҙмә, уның тураһында видеояҙмалар күрһәтеү ойошторолған ине.
Бәҙәр Әхмәт ҡыҙы Йосопова (1901—1969) — актриса, театр‑йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ҙың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм тәүге актрисаларҙың береһе.
19 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советы президенты (CIOFF) Филипп Боссан һәм CIOFF ойошмаһының мәҙәниәт эштәре буйынса вице-президенты Алехандро Камачо Гонсалес, шулай уҡ Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова менән осрашты.
Һәүәҫкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мѳхәррәм Сәлимов тынғыһыҙ ижадсы, музыкант булыуы менән һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. 80 йәште үтһә лә, ул йәш егеттәр кеүек уттай янып, дәртләнеп йәшәй, ижад кисәләрендә, концерттарҙа, осрашыуҙарҙа сығыш яһай.
Ғафури районында Кино йылын ябыу тантанаһы үтте. Күркәм йола буйынса, сара райондың бар мәҙәниәт йорттары, китапханалары әҙерләгән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән башланды.
Үткән шәмбе Бөрө ҡалаһында мәҙәниәт буйынса «Берҙәм мәҙәни-белем биреү киңлекте ойоштороу - яңы типтағы мәҙәниәт учреждениеларының эшмәкәрлек нигеҙе» темаһына II Республика кәңәшмәһе үтте.
Йыһан тылсымдары яуа ергә-
Ваҡыт сыңлай һиндә, ҡумыҙым!
Моң ағыла быуаттырҙы бәйләп,
Яңғыра, әйҙә, серле ҡумыҙым!
Күптән түгел "Балалар балалар өсөн уйнай" проекты сиктәрендә Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә К.Чуковский әҫәре буйынса "Тараҡан" әкиәтенең премьераһы булып үтте. Спектаклде "Арлекин" балалар студияһының йәш артистары сәхнәләштерҙе. Ҡуйыусы режиссер - Радик Ғәлиуллин, хореограф - Гөлнәзирә Сәфиуллина.
Күренекле һәм бөйөк башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыуына арналып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә яңы ҡуйылышта тамашасы хөкөмөнә сығарылған Баязит Бикбайҙың «САЛАУАТ ЮЛАЕВ” операһы барыһын да таң ҡалдырҙы.
Башҡортостанда кино сәнғәтен үҫтереү буйынса башҡарылған эштәргә бөгөн Бөрө ҡалаһында йомғаҡ яһалды. Ҡалала күп фукциялы мәҙәни үҙәк тә эш башлай. Яңы смарт учреждениеның эшмәкәрлеге менән эш сәфәре барышында Республика башлығы ла танышты.