Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» тип аталған башҡорт халыҡ тарихи йырҙарын башҡарыусыларҙың I төбәк фестивале уҙҙы.
Кисә, 16 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә З. Исмәғилев исемендәге музыкант башҡарыусыларҙың III Халыҡ-ара конкурсының еңеүселәре ҡатнашлығында Гала-концерт уҙҙы.