Яңылыҡтар

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «САЛАУАТ ЮЛАЕВ” операһы!

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «САЛАУАТ ЮЛАЕВ” операһы!

Шишәмбе, 20 декабрь 2016

Күренекле һәм бөйөк башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыуына арналып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә  яңы ҡуйылышта тамашасы хөкөмөнә сығарылған Баязит Бикбайҙың «САЛАУАТ ЮЛАЕВ” операһы барыһын да таң ҡалдырҙы. 

КИНО ЙЫЛЫ ТАМАМ, АЛДА ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ АЙЫРЫМ ҺАҠЛАНҒАН ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘЛӘРЕ ЙЫЛЫ

КИНО ЙЫЛЫ ТАМАМ, АЛДА ЭКОЛОГИЯ ҺӘМ АЙЫРЫМ ҺАҠЛАНҒАН ТӘБИҒӘТ БИЛӘМӘЛӘРЕ ЙЫЛЫ

Шишәмбе, 20 декабрь 2016

Башҡортостанда кино сәнғәтен үҫтереү буйынса башҡарылған эштәргә бөгөн Бөрө ҡалаһында йомғаҡ яһалды.  Ҡалала  күп фукциялы мәҙәни үҙәк тә эш башлай.  Яңы  смарт учреждениеның эшмәкәрлеге менән эш сәфәре барышында Республика башлығы ла танышты.

«Ҡумыҙ: кисә, бөгөн, иртәгә» исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл уҙғарылды

«Ҡумыҙ: кисә, бөгөн, иртәгә» исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл уҙғарылды

Дүшәмбе, 19 декабрь 2016

Бөгөн, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Ҡумыҙ: кисә, бөгөн, иртәгә» исеме аҫтында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Билдәле ҡумыҙсылар йыйылған ҡорҙа БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге Йәштәр премияһы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәрифә Кудрявая, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәис Низаметдинов, Пермь ҡалаһынан Радик Ғәрипов һәм Һамар өлкәһенән Руза Харасова ҡатнашты. 

Бөгөнгө драматургтарҙы кем әҙерләй?

Бөгөнгө драматургтарҙы кем әҙерләй?

Йома, 16 декабрь 2016

Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика үҙәгенең сираттағы семинар-лабораторияһы булды. Проект Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Театр эшмәкәрҙәре союзы ярҙамында өсөнсө йыл инде уңышлы эшләп килә. 

Кескәйҙәргә Яңы йыл хазинаһы — «Диңгеҙ. Утрау. Хазина»

Кескәйҙәргә Яңы йыл хазинаһы — «Диңгеҙ. Утрау. Хазина»

Йома, 16 декабрь 2016

Яңы йыл алдынан балалар һәр йылды театрыбыҙҙан ниндәй ҙә булһа яңылыҡ көтә, сөнки коллектив һәр йыл балаларға ысын мәғәнәһендә ҙур бүләк әҙерләй - махсус рәүештә спектакль ҡуя. 

Матбуғат балы -2016 иң яҡшы журналистарҙы билдәләне

Матбуғат балы -2016 иң яҡшы журналистарҙы билдәләне

Йома, 16 декабрь 2016

Башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре кеүек үк журналистар ҙа йыл аҙағында эшләнгән эштәрен барлай, иң яҡшыларҙы асыҡлай. Ошо маҡсатта быйыл да, 15 декабрҙә Өфөлә, “Версаль” ресторанында, инде йолаға әүерелгән Матбуғат балы-2016 уҙғарылды. Матбуғат балында Башҡортостандың иң яҡшы журналистары билдәләнде. «Йыл журналисы» исеменә “Юлдаш” радиоһынан Зөһрә Арсаева лайыҡ булды. 

Бөрө ҡалаһында  Кино йылын ябыу тантанаһы үтәсәк

Бөрө ҡалаһында Кино йылын ябыу тантанаһы үтәсәк

Йома, 16 декабрь 2016

Иртәгә, 17 декабрь көнө, Бөрө ҡалаһында Рәсәй кино йылын ябыу тантанаһы үтәсәк. 2016 йылда төшөрөлгән яңы ике тулы метражлы фильмдың трейлеры күрһәтелеүе көтөлә.

Шағирә Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 95 йыл

Шағирә Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 95 йыл

Йома, 16 декабрь 2016

 Фәүзиә Рәхимғолова – тәү сиратта балалар яҙыусыһы. Бер аҡыл эйәһе, балалар яҙыусыһы булыр өсөн икеләтә талантлы булыу кәрәк, тигән. Хаҡ һүҙҙәр. Балаларға шиғыр, әкиәттәр яҙыу өсөн уларҙың психологияһын, рухи донъяһын, уй кисерештәрен яҡшы белергә кәрәк. Был ғына етмәй, яҙыусының үҙенең дә эскерһеҙ, бала күңелле булыуы шарт. Шунһыҙ бала йөрәгенә ятырҙай, тиҙ отоп алырҙай әҫәрҙәр ижад итеп булмай. Бындай талант һәр бер яҙыусыға бирелмәй.

Тынмаһын моңло гармун!

Тынмаһын моңло гармун!

Шаршамбы, 14 декабрь 2016

Таңдарҙа гармун уйнаның,
Тирә-яҡ тынып ҡалды.
Гармун моңона тирбәлеп,
Гөлдәрҙән ысыҡ тамды…

Гармун моңон ишеткән һайын Ә. Атнабаевтың ошо шиғыр юлдары иҫкә төшә. Эйе, гармун -халҡыбыҙҙа киң таралған  уйын ҡоралы.

ЙӨҘ ЙЫЛЛЫҠҠА - ЙӨҘ ШӘХЕС

ЙӨҘ ЙЫЛЛЫҠҠА - ЙӨҘ ШӘХЕС

Шишәмбе, 13 декабрь 2016

Республиканың төп телеканалы «Башҡортостандың 100 шәхесе» тип аталған күләмле проект өҫтөндә эшләй. Ул Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға йөҙ йыллыҡҡа арнала.

«Халҡыбыҙҙың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклының «ТЫЛСЫМЛЫ ҠУМЫҘ» тамашаһына саҡырабыҙ

«Халҡыбыҙҙың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклының «ТЫЛСЫМЛЫ ҠУМЫҘ» тамашаһына саҡырабыҙ

Шишәмбе, 13 декабрь 2016

Ҡумыҙ-башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырылып, яҡшы һаҡланып ҡалған һәм бөгөн дә үҙенең абруйын һис тә юғалтмаған милли уйын ҡоралы. Эйе, был музыка моңон ишеткәндә башҡорт халҡы, тарихы тураһында күберәк уйланаһың кеүек. Бәлки, һирәгерәк ишетергә тура килгәнгә беҙҙә шундай уйҙар тыуалыр. Арабыҙҙа күптәребеҙ был милли музыка ҡоралы менән таныш та түгел бит.

Римма Амангильдина «Ҡояшлы таңым ата» тамашаһына саҡыра

Римма Амангильдина «Ҡояшлы таңым ата» тамашаһына саҡыра

Шишәмбе, 13 декабрь 2016

Ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлекле тауышы, күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан  башҡорт һандуғасы Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Римма Амангилдина 15 декабрь көнө  Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ ижад кисәһенә саҡыра. 

Мәшһүр актриса Гөлли Мөбәрәкова 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Мәшһүр актриса Гөлли Мөбәрәкова 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Дүшәмбе, 12 декабрь 2016

Хоҙай, ахыры, һине шулай  Һоҡланһындар өсөн яратҡан.  Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп  Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан, - 

актрисаның ғүмер юлдашы Рафаэль Сафин ҡатыны Гөлли Мөбәрәковаға бағышлаған был шиғри юлдар күптәргә таныш. 

Алтын тараҡтың сере ниҙә?

Алтын тараҡтың сере ниҙә?

Йома, 09 декабрь 2016

Серҙәр яратаһығыҙмы? Серҙәр беҙҙең тормошобыҙҙы ҡыҙыҡлыраҡ, байыраҡ итә. Һәм төрлө мажаралар донъяһына алып керә. Әйтәйек, тиҙҙән "НУР" театры сәхнәһендә ана шундай тылсымлы мажаралар уйналасаҡ.

Өфөлә үтәсәк  «Байыҡ» конкурсының гала-концертына рәхим итегеҙ

Өфөлә үтәсәк «Байыҡ» конкурсының гала-концертына рәхим итегеҙ

Йома, 09 декабрь 2016

 12 декабрь көнө,  «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың  республика телевизион конкурсының гала-концерты үтә.

«КӨЛГӨ КИЛӘ, КҮҘ ЙӘШТӘРЕ АША!»

«КӨЛГӨ КИЛӘ, КҮҘ ЙӘШТӘРЕ АША!»

Йома, 09 декабрь 2016

Иртәгә, 10 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһының һәм республикабыҙ театрҙары солистары һәм коллективтары ҡатнашлығында күренекле Кәтүк Әхәт Уразмәтовтың яҡты иҫтәлегенә арналған кисә уҙа.

Өфөлә  «Йәшлек шоу-2016» фестивале үтәсәк

Өфөлә «Йәшлек шоу-2016» фестивале үтәсәк

Йома, 09 декабрь 2016

«Йәшлек шоу-2016» ағымдағы йылдың 25 декабрендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк. «Иң яҡшы текст авторы», «Йыл йырсыһы», «Йыл асышы», «Йыл аранжировкалаусыһы», «Йыл проекты», «Виртуаль йондоҙ», «Йыл клибы» һәм «Йыл йыры» номинацияларында еңеүселәр билдәләнелеүе көтөлә.  

                   

Инглиз телендә Марсель Сәлимовтың «Күгәрсен һөтө» китабы донъя күрҙе

Инглиз телендә Марсель Сәлимовтың «Күгәрсен һөтө» китабы донъя күрҙе

Шаршамбы, 07 декабрь 2016

Яңыраҡ ҡына билдәле башҡорт сатиригы һәм юморисы, “Алеко” халыҡ-ара әҙәбиәт, Сергей Михалков һәм Николай Гоголь исемендәге премиялар лауреаты Марсель Сәлимовтың «Күгәрсен һөтө» («The bird's milk») тигән китабы инглиз телендә баҫылып сыҡты.

Көйөргәҙе районының  Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда «Көйөргәҙе биҙәктәре» төбәк-ара шәл фестивале үтте

Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда «Көйөргәҙе биҙәктәре» төбәк-ара шәл фестивале үтте

Шаршамбы, 07 декабрь 2016

Күптән түгел Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда «Көйөргәҙе биҙәктәре» төбәк-ара шәл фестивале уҙғарылды. Бында Ырымбур өлкәһенең 2-се Иманғол, Көйөргәҙе районының Павловка, Бахмут, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Мораптал ауылдарынан килгән фольклор ансамблдәре һәм шәл бәйләү оҫталары ҡатнашты.

«Башҡорт йыры-2016» конкурсының  еңеүселәре билдәләнде

«Башҡорт йыры-2016» конкурсының еңеүселәре билдәләнде

Шишәмбе, 06 декабрь 2016

Күптән түгел генә ,3 декабрҙә башҡалабыҙҙың иң матур биналарының береһендә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы финалсыларының һәм башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында гала-концерт булып үтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb