Карта учреждений и афиш
А.В. Бартошевич М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль легендаһын (Ҡ.Ғәли, Ю.Сафиуллин), «Антигона» (Ж.Ануй) драмаһын ҡараны, З.Исмәғилев ис. Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм педагогтары менән осрашты.
Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала 15.00 сәғәттә (Ленин урамы, 4) адресы буйынса башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар поэзияһында тәржемә проблемалары исемле семинар ойоштороласаҡ. Күренекле башҡорт шағирәләре менән бер рәттән тәржемәселәрҙең дә ҡатнашыуы көтөлә. Шулай уҡ билдәле шағирә, журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, «Аҡбуҙат» балалар журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриәнең “Каменная река” китабының исем туйын үткәреү ҡаралған.
Бар булмышын театр донъяһына бағышлаған шәхестәр мәҙәниәтебеҙ тарихында бихисап. Күңелен, рухи донъяһын сәхнә тормошона арнап, сәнғәт күгендә сағыу юл һыҙа ундайҙар. Шундайҙарҙың береһе — драматург һәм актер Илшат Йомағолов. Үткер ҡәләме аша ла, башҡарған ролдәре менән дә башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерҙе ул.
2 февраль көнө 19.00 сәғәттә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «ЕЛ ТЫУҘЫРҒАН МОҢ…» тип исемләнгән ҡурай байрамы ойошторола.
Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылындағы клуб капиталь ремонттан һуң үҙ эшен башланы. Төҙөкләндереү эштәре «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты ярҙамында башҡарыла. Реконструкциянан һуң сафҡа индерелгән объектта беҙҙең хәбәрселәр ҙә булып ҡайтты.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәр ансамбле яңы бейеү өҫтөндә эш алып бара. Коллективтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Октябрь революцияһының 100 йыллығына бағышлап ҡуйыласаҡ бейеү - “Комбриг Мортазин” тип атала.
Бөгөн Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Зәки Мәхмүтовтың тыуыуына 83 йыл.
Башҡорт режиссеры Руслан Юлтаевтың “Өс хат” фильмы халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән был фильм “Ватанды һаҡлаусылар” халыҡ-ара фестиваленең финалына сыҡҡан. Ҡазан ҡалаһында үтәсәк паириотик фестиваль 20-21 февралгә тәғәйенләнгән. Илһөйәрлек рухында ижад ителгән кинофильмдар үҙ ара көс һынашасаҡ.
Иртәгә, йәғни 26 ғинуар көнө, 16:00 сәғәттә Башҡортостан Яҙыусылар союзының (Коммунистик урамы, 34) Тамашалар залында шағирә Тамара Ғәниева менән осрашыу ойошторола.
Флорид Бүләков 1948 йылдың 23 февралендә Мишкә районының Оло Шаҙы ауылында тыуған. Билдәле шәхестәр исемлеген мәңгеләштереү маҡсатында Мишкә районының үҙәгендәге 1-се лицейға уның исеме бирелде. Ошо көндәрҙә уҡыу йортона мәрмәр таҡтаташ ҡуйыласаҡ. Билдәле башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы ошо мәктәптә белем алған.
Бөрөлә «Керәшен һыуыҡтары» асыҡ республика эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы тамамланды. Йолаға әүерелгән сара 23-сө тапҡыр уҙғарылды. Конкурсты ябып гала-концертта еңеүселәрҙең исемдәре асыҡланды.
Башҡортостан йәмәғәтселеге бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың тыуған көнөн билдәләргә йыйына. Халыҡ шағирының тыуыуына 12 февралдә 85 йыл тула. Ошо уңайҙан уҡыусылар араһында видеоконкурс иғлан ителгән. Ҡатнашыусылар Рәми әҫәрҙәрен дә, үҙ авторлығындағы шиғырҙарҙы ла уҡый ала. Сараны ойоштороусылар-Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Мәктәп программаһына яңы фән индерелә. Мәҙәниәт министры Владимир Мединский Мәғариф һәм фән министрлығына Рәсәй киноһы тарихын уҡытыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән.
Ошо көндәрҙә күренекле актер, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәфил Нәбиуллинға 65 йәш тулған булыр ине. Рәфил Нәбиуллин заманында башҡорт театрының сағыу йондоҙо булды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бихисап төп ролдәрҙе башҡарҙы.
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры Учалы ҡалаһы һәм районы буйлап гастролдәргә сыға. 25 ғинуарҙа Ғәфүр Ҡәйүмдең пьесаһы буйынса ҡуйылған “Мираҫ” трагифарсын, 26 ғинуарҙа Михаил Задорнов пьесаһы буйынса “Иреңде миңә һат!” комедияһын Учалы ҡалаһы тамашасаларына тәҡдим итә. Мөҙәрис Багаевтың “Үәт, исмаһам, ахырызаман” пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән комедия Учалы районы буйлап 26 ғинуарҙан 5 февралгә хәтлем дауам итәсәк.
20 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры бинаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Илсөйәр Ғәзетдинованың күркәм юбилей тантанаһы булып үтте.
Ишембай ҡалаһы рус һәм башҡорт телдәрендә ижад иткән үҙешмәкәр шағирҙарыбыҙҙы “Илһам шишмәләре-2017” шиғриәт бәйгеһенә саҡыра.
Санкт-Петербург ҡалаһында FilmFest Club менән берлектә «Өҙәңгеләге» («На Стремянной») (Өҙәңге урамы, 20 адресы буйынса) китапханаһында, 26 ғинуар көнө ҡыҫҡа метражлы башҡорт кинолары күрһәтеләсәк.
Ҡурсаулыҡтың Ағиҙел буйы филиалы 1958 йылда ойошторола. Уның маҡсаты – Ағиҙел менән Нөгөш йылғалары араһындағы Мәҡсүт, Үрге Нөгөш, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр ауылдары тирәһендәге ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡыларҙы – солоҡ ҡорттарын һәм ағастарын һаҡлап алып ҡалыу, уларҙы өйрәнеү һәм үрсетеү. Был ҡомартҡылар ысынлап та яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж ине.
Хәҙер инде тарих биттәренә күскән 2016 йыл Кино йылы билдәһе аҫтында үтте. Сәнғәттең был төрөнә иҫ китерлек ҙур үҙгәрештәр индерелмәһә лә, милли ерлектә төшөрөлгән фильмдар күңелдәргә ҡыуаныс өҫтәне.