Яңылыҡтар

Бөгөн  Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Шишәмбе, 21 февраль 2017

Бөгөн Өфөлә туған тел көнөн билдәләү уңайынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында Халыҡ-ара Туған тел көнөнә арналған Республика байрамы, муниципаль район һәм ҡала округтары биләмәләрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөккә  йүнәлтелгән саралар үтәсәк.

Яңы проект –“Башҡортостан ҡыҙҙары”!

Яңы проект –“Башҡортостан ҡыҙҙары”!

Шишәмбе, 21 февраль 2017

Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы, республика ойошоуына һәм үҫешенә тос өлөш индергән гүзәл заттар-Башҡортостан ҡыҙҙары 7 март көнө киске сәғәт етелә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҙур тамаша әҙерләй. Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға- девизы аҫтында үтәсәк концерт программаһы үтә лә бай һәм мауыҡтырғыс булмаҡсы.

Республика халыҡ ижады үҙәгенә 80 йәш!

Республика халыҡ ижады үҙәгенә 80 йәш!

Дүшәмбе, 20 февраль 2017

Республика халыҡ ижады үҙәге 1937 йылдың 20 февраленән башлап эшләй. Ул ваҡытта Башҡортостан Республикаһының Халыҡ ижады йорто булараҡ асылған.

Йырлы ғүмер бөрккән йылылыҡ

Йырлы ғүмер бөрккән йылылыҡ

Дүшәмбе, 20 февраль 2017

Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күргән, һуғыштан яраланып ҡайтып, урындағы колхозға етәкселек иткән талапсан атайҙары ла, нескә күңелле әсәйҙәре лә бөтөн ҡайғы-һағышын йыр менән баҫып, унан дарман алып йәшәй. “Ҡаһым түрә”, “Еҙ бүртә”, “Һаҡмар”, “Ғилмияза”... Халҡыбыҙҙың ошо мәшһүр йырҙарының фатихаһы менән оло сәнғәт юлына аяҡ баҫа Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей грантҡа эйә булды

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей грантҡа эйә булды

Дүшәмбе, 20 февраль 2017

Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылындағы  БАССР-ҙың халыҡ артисы, тәүге башҡорт композиторы Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей интерактив этнографик күргәҙмә булдырыу өсөн республика Башлығының 270 мең һумлыҡ грантына эйә булды.

Әлфиә Кәримова Лондонда үҙенең соло-концерты менән сығыш яһаны

Әлфиә Кәримова Лондонда үҙенең соло-концерты менән сығыш яһаны

Дүшәмбе, 20 февраль 2017

Опера йырсыһы Әлфиә Кәримова Лондонда үҙенең соло-концерты менән сығыш яһаны. Пианистка, йырсы, композитор һәм продюсер Евгения Терентьева менән бергә ул Рахманинов, Римский-Корсаков, Чайковскийҙың классик рус романстарын башҡарҙы. Әлфиә Кәримованың концерты IV «Альбион йондоҙҙары. Масленица» халыҡ-ара башҡарыу оҫталығы фестиваль-конкурсын асты.

Тиҙҙән Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә премьера - "№13" комедияһы!

Тиҙҙән Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә премьера - "№13" комедияһы!

Дүшәмбе, 20 февраль 2017

Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары билдәле сит ил авторы Рей Куниҙың  "№13" исемле комедияһы өҫтөндә эш башланылар.

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр кемдәр?

Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр кемдәр?

Дүшәмбе, 20 февраль 2017

Башҡортостанда Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр иғлан ителде. Награда әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә балалар һәм үҫмерҙәр әҫәрҙәре өсөн тапшырыла. Премия йәш быуынды әҙәбиәт һәм сәнғәт әҫәрҙәре ярҙамында рухи-әхләҡи һәм патриотик тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индерә. Конкурсҡа йыл дауамында айырым китап булып йәки ваҡытлы матбуғатта донъя күргән әҫәрҙәр ҡабул ителә.

Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар бәйгеһе еңеүсеһе билдәле булды

Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар бәйгеһе еңеүсеһе билдәле булды

Дүшәмбе, 20 февраль 2017

Гран-при титулын 26 йәшлек Морат Йәноҙаҡов -"Йатаған" этно-төркөмөнөң музыканты яуланы. Ул бәйгелә башҡорт  халыҡ  “ Ҡолой кантон” көйөн башҡарҙы. Ҡурайсыға милли костюм тектереүгә 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә  - “Нәркәс”

Бөгөн Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә - “Нәркәс”

Йома, 17 февраль 2017

Бөгөн, йәғни 17 февраль Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Илшат Йомағоловтоң "Нәркәс" трагедияһын яңыртылған вариантта тәҡдим итә.

Табындар табын йыя

Табындар табын йыя

Йома, 17 февраль 2017

Өфөлә Табын ырыуының съезы үтә. Сара Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.

Өфөлә Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте

Өфөлә Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте

Йома, 17 февраль 2017

Кисә Өфөлә Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте, уҙған 2016 йыл йомғаҡтары барланды һәм 2017 йылға маҡсаттар билдәләнде.

Башҡорт драма театры актерҙары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап йәнле әңгәмә әҙерләй

Башҡорт драма театры актерҙары Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап йәнле әңгәмә әҙерләй

Йома, 17 февраль 2017

21 февралдә  Башҡорт дәүләт драма театры Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап билдәле актерҙар менән йылы әңгәмә ойошторасаҡ.  Осрашыу  байрам кәйефе бүләк итеп кенә ҡалмаҫ, ә күңелдәрегеҙҙе лә байытыр. Йыр-моңға, юморға, шиғри һүҙгә бай осрашыу кисәһен  Сара Буранбаева алып барасаҡ.

Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсы еңеүселәре кемдәр?

Мәхмүт Ҡашғари исемендәге хикәйәләр конкурсы еңеүселәре кемдәр?

Йома, 17 февраль 2017

Быйыл Мәхмүт Ҡашғари исемендәге IV Халыҡ-ара хикәйәләр конкурсына өс тиҫтәгә яҡын эш ҡабул ителгән. Кисә «Башинформ» агентлығының конференциялар залында еңеүселәрҙе билдәләү һәм  премиялар тапшырыу тантанаһы үтте.

Мостай Кәрим әҫәрҙәре - аудиокитапта

Мостай Кәрим әҫәрҙәре - аудиокитапта

Кесе йома, 16 февраль 2017

Өфөлә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса аудиокитаптар яҙҙырыла. М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры проектты тормошҡа ашырыуға республика Башлығы грантын алды.

Айсыуаҡ Йомағоловтың «Ел аулаусы»  фильмы Венгрияла күрһәтелә

Айсыуаҡ Йомағоловтың «Ел аулаусы» фильмы Венгрияла күрһәтелә

Кесе йома, 16 февраль 2017

«Башҡортостан» киностудияһының «Ел аулаусы» (“Ловец ветра”) фильмы Венгрияның баш ҡалаһында күрһәтелә. 22 февралдә Будапештта Рәсәй төбәктәре киноһы көндәре Башҡортостанда төшөрөлгән кинотаҫма менән тамамлана.

Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» икенсе республика фестивале үтә

Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» икенсе республика фестивале үтә

Кесе йома, 16 февраль 2017

Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» икенсе республика фестивале уҙасаҡ. 21 февралдә баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында Өфөнөң башланғыс кинематографсыларының тәүге картиналары күрһәтелә.

“Урал батыр” эпосын мәңгеләштереү

“Урал батыр” эпосын мәңгеләштереү

Кесе йома, 16 февраль 2017

Кисә “Башҡортостан” ДТРК – һының Рәсәй медиа үҙәгендә ”Халҡыбыҙ мираҫын мәңгеләштереү” исеме аҫтында матбуғат конференцияһы уҙҙы. 

Иртәгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә - “Салауат Юлаев”операһы

Иртәгә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә - “Салауат Юлаев”операһы

Шаршамбы, 15 февраль 2017

Иртәгә -16 февраль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы Баязит Бикбайҙың билдәле «Салауат Юлаев» операһын тамашасы хөкөмөнә яңы ҡуйылышта тәҡдим итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb