Яңылыҡтар

Рәил Кучуковтың юбилейына арнап Башҡорт опера һәм балет театры "Риголетто" операһын тәҡдим итте

Рәил Кучуковтың юбилейына арнап Башҡорт опера һәм балет театры "Риголетто" операһын тәҡдим итте

Дүшәмбе, 20 март 2017

 Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Кучуковтың юбилейына арнап Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Джузеппе Вердиҙың "Риголетто" операһын  күрһәтте. 40 йылға яҡын сәхнәлә күп һанлы спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарған йырсы киң репертуары менән тамашасыларҙы һөйөндөрҙө.

«Һылыуҡай-2017»  бәйгеһенең еңеүсеһе  билдәле

«Һылыуҡай-2017» бәйгеһенең еңеүсеһе билдәле

Дүшәмбе, 20 март 2017

Өфөлә «Һылыуҡай-2017» республика гүзәллек бәйгеһе уҙҙы. 25 йыл рәттән уҙғарылып килгән сараның быйылғы ойоштороусылары – Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Туған тел» музыкаль-күңел асыу телеканалы.

Бөгөн күңелдәрҙә илһам уятыусы ижад әһелдәре менән осрашыу үтә

Бөгөн күңелдәрҙә илһам уятыусы ижад әһелдәре менән осрашыу үтә

Йома, 17 март 2017

Бөгөн, йәғни 17 март көнө,  “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Быуындарҙы ялғап быуындарға, илде, телде тотҡан һүҙем бар” исемле шиғриәт кисәһе уҙа.

Бөтә донъя сәхнәләрен шаулатҡан бөйөк балет артисы  ул  Рудольф Нуреев

Бөтә донъя сәхнәләрен шаулатҡан бөйөк балет артисы ул Рудольф Нуреев

Йома, 17 март 2017

17 мартта бөтә донъя сәнғәт һәм балет йәмәғәтселеге Рудольф Нуриевтың тыуған көнөн билдәләй. Бөгөн 20 быуаттың мәшһүр бейеүсеһе һәм хореографына 79 йәш тулған булыр ине.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында премьера - "Ҡыҙыҡай һәм килмешәк" спектакле!

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында премьера - "Ҡыҙыҡай һәм килмешәк" спектакле!

Кесе йома, 16 март 2017

22 апрель көнө Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында драматург Борис Хандың - "Ҡыҙыҡай һәм килмешәк" (“Девочка и пришелец") спектакленең премьераһы көтөлә.

Руслан Юлтаевтың “Өс  хат” фильмы Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк  «Перерыв на кино» III Йәштәр кинофестивалендә ҡатнаша

Руслан Юлтаевтың “Өс хат” фильмы Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк «Перерыв на кино» III Йәштәр кинофестивалендә ҡатнаша

Кесе йома, 16 март 2017

 “Башҡортостан” киностудияһында төшөрөлгән был фильм “ Перерыв на кино»  III Йәштәр кинофестиваленең һайлап алыу турын үткән. Фестиваль Бөйөк Ватан  һәм  Икенсе Бөтә донъя һуғыштары темаһына арналған һәм “Быуындар күпере” («Мост поколений») фонды ярҙамында уҙғарыла.

Ҡурай байрамы Рәсәй төбәктәре буйынса үҙенең сәйәхәтен дауам итә

Ҡурай байрамы Рәсәй төбәктәре буйынса үҙенең сәйәхәтен дауам итә

Кесе йома, 16 март 2017

 «Ҡурай байрамы» Рәсәй төбәктәре буйынса үҙенең сәйәхәтен дауам итә. Март айында Башҡортостандың ижади коллективы Пермь крайында, Ҡурған, Төмән һәм Свердловск өлкәләрендә сығыш яһай.

Бөгөн арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәновҡа 78 йәш тулған булыр ине

Бөгөн арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әхмәт Сөләймәновҡа 78 йәш тулған булыр ине

Шаршамбы, 15 март 2017

Бөгөн халҡыбыҙҙың олуғ улы, башҡорт һәм, ғөмүмән, төрки донъяһы фольклористикаһында күренекле урын яулаған филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры, Рәсәйҙең Гуманитар фәндәр академияһы академигы Әхмәт Сөләймәновҡа 78 йәш тулған булыр ине.

Март айы күргәҙмәләренән ситтә ҡалмағыҙ

Март айы күргәҙмәләренән ситтә ҡалмағыҙ

Шаршамбы, 15 март 2017

  Март айында Башҡортостан Милли музейында “Хәтирәләр селтәре”, Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Леонид Цхэҙың  «Неопетербург», ВДНХ-ЭКСПО комплексында ««Етәксе ҡатын-ҡыҙ йөҙө» исемле күргәҙмәләр дауам итә.

Яҙыусы Камил Йыһаншиндың китаптарын ололар ҙа, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып уҡый

Яҙыусы Камил Йыһаншиндың китаптарын ололар ҙа, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып уҡый

Шаршамбы, 15 март 2017

Бөгөн “Йомарт Буге” (“Щедрый Буге”), “Боцман”, “Маха”, “Скитниктар”, "Алдан алтыны” тигән мауыҡтырғыс китаптарҙың авторы, яҙыусы Камил Фәрухша улы Йыһаншинға 67 йәш.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb