Карта учреждений и афиш
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, рус, башҡорт, татар йәки сыуаш телдәрендә яҙышҡан иң яҡшы үҙешмәкәр шағирҙар Бәләбәй ҡалаһында ойошторолған “Илһам шишмәләре-2017” шиғриәт фестивалендә ҡатнашты. Бәйге еңеүселәре 14 апрелдә билдәле буласаҡ.
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында йәмғиәт практик фестивале cиктәрндә “Президент бесәйе” китабының презентацияһы үтте.
Кисә Татарстан Республикаһы халҡын, Ҡазан тамашасыһын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры «Ҡаһым түрә» (Б.Бикбай, Х.Ирғәлин) спектакле менән сәләмләне. Бер аҙналыҡ гастролдәр театр репертуарының иң сағыу спектаклдәренән төҙөлгән.
Күптән түгел Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетовтың юбилей бенефисы үтте. Кисә Айгөл Әхмәтғәлиева пьесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған "Ул бит кисә ине" лирик комедияһы менән асылды.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаевтың электрон вариантта монографияһы донъя күрҙе.
Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында “Көнсығыш һәм көнбайыш: Башҡортостан һәм Германия яҙыусыларының диалогы” темаһына түңәрәк өҫтәл һәм немец яҙыусылары Андреас Гётц һәм Ангелика Йодль менән осрашыу үтте.
14 апрель көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары сығыш яһай.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә башланы.
15 апрель көнө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында милли аһәң, рух байлығы менән һуғарылған «Халҡымдың һүнмәҫ хазинаһы» концерттар циклын йомғаҡлау кисәһе – «Моңло халҡым аманаты» концерт тамашаһы буласаҡ.
Танылған музыкант Рәмил Ғәйзуллин Рәсәйҙең Николай Осипов исемендәге Милли академия халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының «Донъя турнеһы» проекты сиктәрендә сығыш яһаясаҡ. Тамаша 6 апрель Мәскәү ҡалаһында Петр Чайковский исемендәге Концерт залында үтәсәк.
Кисә, 5 апрель көнө Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә билдәле әҙибә һәм яҙыусы, Жәлил Кейекбаев, Рамазан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева менән осрашыу үтте.