Яңылыҡтар

Артур  Туҡтағолов «Йондоҙло юбилей»ға саҡыра

Артур Туҡтағолов «Йондоҙло юбилей»ға саҡыра

Кесе йома, 09 февраль 2017

Тиҙҙән 2 март көнө, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында йырсы, композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы  АРТУР ТУҠТАҒОЛОВТЫҢ «ЙОНДОҘЛО ЮБИЛЕЙ» исемле концерты үтәсәк.

Яков Протазановтың тыуыуына 137 йыл

Яков Протазановтың тыуыуына 137 йыл

Кесе йома, 09 февраль 2017

«Салауат Юлаев» —  режиссер Яков Протазановтың башҡорт батыры Салауат Юлаев тураһында 1940 йылда төшөргән киң форматлы төҫһөҙ кинофильмы. 1941 йылдың 21 февралендә экранға сығарыла.

Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивале старт алды

Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивале старт алды

Кесе йома, 09 февраль 2017

Беренсе этапта, 27 февралгә тиклем, муниципалитет һәм ижади берекмәләр кимәлендә рус, башҡорт, татар йәки сыуаш телдәрендә яҙышҡан иң яҡшы үҙешмәкәр шағирҙар асыҡлана. Әҫәрҙәр «Бәләбәй хәбәрҙәре» гәзите редакцияһына ебәрелә. Икенсе этапта, 1 марттан 21-нә тиклем, жюри конкурс эштәрен ҡарай һәм дәғүәселәрҙән ете лауреат һәм дипломант билдәләй.

Март аҙағында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар”  күргәҙмә-фестиваленә рәхим итегеҙ!

Март аҙағында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестиваленә рәхим итегеҙ!

Кесе йома, 09 февраль 2017

29 - 31 мартта Өфө ҡалаһының  “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар”  күргәҙмә-фестивале үҙ ишектәрен асасаҡ.

Ейәнсурала “Һылыуҡай” йәшлек һәм гүзәллек бәйгеһе үтте

Ейәнсурала “Һылыуҡай” йәшлек һәм гүзәллек бәйгеһе үтте

Шаршамбы, 08 февраль 2017

Ҡыш көнөндә яҙ һулышы бүләк итер күркәм сара – йәшлек һәм гүзәллек бәйгеһе быйыл да Ейәнсура һылыуҡайҙарын район мәҙәниәт йортонда йыйҙы. Һайлап алыу турын үткән ҡыҙҙар финалда матурлыҡта, һомғоллоҡта, отҡорлоҡта, ҡыйыулыҡта бәйге тотто.

Етеҙ-өлгөрҙәрҙе, мәргән-маһирҙарҙы йәйәнән уҡ атыу бәйгеһенә саҡырабыҙ

Етеҙ-өлгөрҙәрҙе, мәргән-маһирҙарҙы йәйәнән уҡ атыу бәйгеһенә саҡырабыҙ

Шаршамбы, 08 февраль 2017

18 март көнө Учалы районының Уральск ҡасабаһында йәйәнән уҡ атыу  буйынса район турниры уҙғарыла.  Бәйге - сәсән һәм батыр Ҡарас сәсән призына үткәрелә.

Кем ҡайҙа, ә беҙ музейға

Кем ҡайҙа, ә беҙ музейға

Шаршамбы, 08 февраль 2017

XXI быуат—ул прогресс һәм мәғлүмәти технологиялар быуаты. Ул кешеләргә яңы талаптар ҡуя һәм һәр ваҡыт алға ынтылырға, камиллашырға өндәй. Замандан артта ҡалмайым тиһәң, эшләргә лә, ял итергә лә өлгөрөү зарур. Театрҙарға йөрөргә, тәбиғәт ҡосағында булырға, музейға барырға кәрәк.

Өфөлә "Ҡарлы-буранлы ҡыштың йылыһын тоям тәндә" исемле музыкаль-әҙәби кисә үтә

Өфөлә "Ҡарлы-буранлы ҡыштың йылыһын тоям тәндә" исемле музыкаль-әҙәби кисә үтә

Шаршамбы, 08 февраль 2017

Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, әҙәбиәтсе, филология фәндәре кандидаты, йәмғиәт эшмәкәре, журналист Зәки Арыҫлан улы Әлибаев 50 йәшлек юбилейын билдәләй.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ҡазанға юл тота

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Ҡазанға юл тота

Шаршамбы, 08 февраль 2017

10-16 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Ҡазанға ижади сәфәр менән йыйына. Гастролдәр  Ғ.Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә үтәсәк.

“Башмағым” спектаклен ҡарар өсөн 5 сәбәп

“Башмағым” спектаклен ҡарар өсөн 5 сәбәп

Шишәмбе, 07 февраль 2017

Тиҙҙән, 10 февраль көнө, Өфө “Нур” татар дәүләт театрында Тажи Ғиззәт һәм Йәүҙәт Фәйзиҙең “Башмағым” музыкаль комедияһының премьераһы!

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе Салауат ҡалаһына  гастролдәр менән  йыйына

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе Салауат ҡалаһына гастролдәр менән йыйына

Шишәмбе, 07 февраль 2017

15, 16 февралдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары ике көнлөк гастролдәр менән Салауат ҡалаһына йыйына.

Бөгөн моңло “Ашҡаҙар” радиоһына 7 йыл

Бөгөн моңло “Ашҡаҙар” радиоһына 7 йыл

Шишәмбе, 07 февраль 2017

Рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзия, театраль асыштар, халыҡ ижады ынйыларын һаҡлап ҡалыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индереүсе  “Ашҡаҙар” радиоһы тыуған көнөн билдәләй.

Мәскәүҙә башҡорт режиссеры һәм фотографы Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге күргәҙмәһе асылды

Мәскәүҙә башҡорт режиссеры һәм фотографы Гөлназ Ғәлимуллинаның тәүге күргәҙмәһе асылды

Шишәмбе, 07 февраль 2017

Гөлназ Ғәлимуллина — Беренсе канал режиссеры, унан алдараҡ Башҡортостан юлдаш телеканалында хәбәрсе һәм режиссер булып эшләй.

Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы “РӘМИ ҒАРИПОВҠА – 85 аҙым” исемле юбилей сараһына саҡыра

Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы “РӘМИ ҒАРИПОВҠА – 85 аҙым” исемле юбилей сараһына саҡыра

Дүшәмбе, 06 февраль 2017

Башҡортостандың Яҙыусылар союзы 12 февраль көнө 12:00 сәғәттә “Рәми Ғариповҡа – 85 аҙым” исемле юбилей сараһына саҡыра! Һөйөклө шағирыбыҙҙың 85 йыллыҡ юбилейына арнап  шиғри флешмоб менән үткәрелә.

ӘКИӘТ БИТ УЛ ТИМӘГЕҘ...

ӘКИӘТ БИТ УЛ ТИМӘГЕҘ...

Дүшәмбе, 06 февраль 2017

Сағыу декорация, иҫ киткес матур костюмдар, хис-тойғоларҙы ҡуйыртып ебәрерҙәй көй-моң... А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә сығарылған «Заятүләк менән Һыуһылыу» эпосы беҙҙе әкиәт донъяһына илтте. Әммә уны әкиәт тип әйтә күрмәгеҙ! Эйе, әҫәрҙең төп персонажы булған һыуһылыуҙар юҡ, ләкин унда күтәрелгән проблемалар бөгөн дә бик актуаль.

Телевизор ҡараусылар "Башҡортостандың 100 шәхесен" билдәләне

Телевизор ҡараусылар "Башҡортостандың 100 шәхесен" билдәләне

Дүшәмбе, 06 февраль 2017

Республиканың төп  телеканалы ойошторған проект халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

«Хыялға ҡаршы» Белоретҡа юллана

«Хыялға ҡаршы» Белоретҡа юллана

Дүшәмбе, 06 февраль 2017

“Хыялға ҡаршы” спектакле 9 февралдә Белорет районы Инйәр ҡасабыһына юллана. Әйтергә кәрәк, был спектакль алыҫ араларҙы яҡынайтырға әүәҫләнгән. 

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына-85!

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына-85!

Дүшәмбе, 06 февраль 2017

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры —Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. 1932  йылда эш башлаған театр 85 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 85 йыл

Ким Әхмәтйәновтың тыуыуына 85 йыл

Дүшәмбе, 06 февраль 2017

Ким Әхмәтйәнов әҙәбиәт белгесе булараҡ танылыу алған шәхес. Ул беренсе булып башҡорт әҙәбиәтенең теория нескәлектәрен өйрәнә һәм “Әҙәбиәт теорияһы”исемле ғилми хеҙмәт баҫтырып сығара, башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеү өлкәһендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырҙы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb