Карта учреждений и афиш
«Ҡурай байрамы. Ел тыуҙырған моң» проекты былтырҙан алып уңышлы эшләп килә. Уҙған йыл был проект менән артистар илебеҙҙең Ҡурған, Ырымбур, Ижевск, Пермь, Магнитогорск, Силәбе, Мейәс һәм Мәскәү ҡалаларында булып ҡайтҡандар ҙә инде.
Тәрбиәүи эпостар, әкиәттәр, риүәйәттәр, йырҙар рухи донъябыҙҙың алтын бағанаһын тәшкил итә. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай Башҡорт дәүләт драма театрында "Заятүләк менән Һыуһылыу" легендаһы сәхнәләштерелде.
Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә арналған асыҡ республика видеоконкурсы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды.
“Юлдаш” мәғләүмәт радиоһы хәбәр итеүенсә, Ҡабарҙы – Балҡар республикаһындағы Чегем тауҙарының бер түбәһенә Мостай Кәрим исеме бирелә. Ҡыуаныслы яңылыҡты Кавказ республикаһының яҙыусылар берлеге ағзаһы Кәншәүбей Мизиев белдергән.
Билдәле виртуоз ҡурайсы, бик күп конкурстар лауреаты, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев, Кәрим Дияров һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән бер рәттән исемен мәңгелеккә республикабыҙҙың музыка сәнғәте тарихына яҙған – Сәйфулла Дилмөхәмәтовҡа бөгөн 85 йәш тулған булыр ине.
Тиҙҙән 2-4 мартта баш ҡалабыҙҙа “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә залында “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” күргәҙмә-фестивале үҙ ишектәрен асасаҡ.
Йәш автор Алмас Шаммастың (Шаммасов Алмас Рауил улы) «Өй түбәмдә күгәрсендәр» тип аталған өр-яңы китабы донъя күрҙе. А. Шаммастың был йыйынтығында төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары урын алған.
2018 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М.Горький исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл туласаҡ.
Айрат Ҡобағошов — башҡорт традицион музыка сәнғәтен юғары белем кимәленә еткереүгә тос өлөш индереүселәрҙең береһе.
Бөгөн М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында тамашасыны моңло тауышы менән әсир иткән йырсы, талантлы актер Арыҫлан Йәнбәковты иҫкә алалар.
Фәррәх Дәүләтша улы Дәүләтшин — Башҡортостандың халыҡ сәсәне, «Почёт Билдәһе ордены кавалеры, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
21 февраль Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған музыкаль-юмористик тамаша тәҡдим итә.
Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара конкурсына әҙерлек бара. Вокалсылар бәйгеһе апрель айында үтәсәк.
Өфөлә «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы: Марсель Сәлимов» тигән биобиблиографик баҫма донъя күрҙе. «Белая река» нәшриәтендә баҫылған йыйынтыҡ «Марсель Сәлимов. Журналист, шағир, яҙыусы-сатирик, йәмәғәт эшмәкәре» китабының дауамы булып тора.
8-9 февралдә Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы ике көнлөк гастролдәре менән Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенә юлланасаҡ.
Күләмле проект киң яҡлы эшмәкәрлеге, ижады менән тарихта яҡты эҙ ҡалдырған, республиканы үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр өсөн тауыш биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Күптән түгел “Башҡорт байрамдары: тарихы һәм бөгөнгөһө” исемле китап баҫылып сыҡты.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залы-күптәргә “Нефтяник” мәҙәниәт йорто булараҡ таныш. Ә бөгөн меңәрләгән тамашасыларҙы йыя алған, яңы таланттар асыуға булышлыҡ иткән мәҙәниәт усаҡтарының береһенә әүерелде. Ысынлап та, был мәҙәни усаҡ- илһам һәм ижад йорто.
«Башҡортостан рустары соборында» бөйөк рус рәссамдары Иван Шишкин менән Александр Брюлловтың картиналарының күргәҙмәһе эшләй.