Карта учреждений и афиш
Күптән түгел Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ветераны, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминевтың күркәм юбилей кисәһе булып үтте.
Ҡабатланмаҫ моңо, үҙенсәлекле тауышы, күптән инде үҙ тамашасыһын тапҡан башҡорт һандуғасы Римма Амангилдина 15 декабрь көнө, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ ижад кисәһенә саҡыра.
Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.