Арҙаҡлы шәхестәр

 

Иҫәнғолов Фәрит

Иҫәнғолов Фәрит

Фәрит Иҫәнғолов — башҡорт совет яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Исмагилов Загир

Исмагилов Загир

Заһир Исмәғилев – СССР-ҙың халыҡ артисы, М.И. Глинки исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһы лауреаты.

Ҡадирова Нәзифә

Ҡадирова Нәзифә

Нәзифә Ҡадирова— Башҡортостандың эстрада йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ, Татарстандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Ҡарамышева Таңһылыу

Ҡарамышева Таңһылыу

Таңһылыу Ҡарамышева— башҡорт шағирәһе, 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Карим Мустай

Карим Мустай

Бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе.

Каримов Тагир

Каримов Тагир

Композитор. Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбль башҡарыуында «Бүләк», «Өс таған», «Ете ҡыҙ», «Дуҫлыҡ», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Болғар сюитаһы», «Төҙөүселәр» кеүек нисәмә тиҫтә йыл буйы йөҙөк ҡашындай балҡып торған бейеүҙәргә көйҙө Таһир Кәримов яҙған.

Килдейәрова Флүрә

Килдейәрова Флүрә

Флүрә Килдейәрова Башҡортостан Республикаһының сағыу һәм талантлы йырсыларының береһе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә Рәсәй халыҡ йырҙарын башҡарыусылар, Ғ.С. Әлмөхәмәтов исемендәге республика йәш йырсылар конкурстары лауреаты.

Килмөхәмәтов Тимерғәли

Килмөхәмәтов Тимерғәли

Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.

Кинйәбулатова Кәтибә

Кинйәбулатова Кәтибә

 Әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Кәтибә Кәрим ҡыҙы «Почет Билдәһе» ордены, бик күп миҙал менән бүләкләнә. Ул — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Ҡыуатова Леонора

Ҡыуатова Леонора

Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы  — башҡорт балет артисы. РСФСР-ҙың  һәм БАССР-ҙың  халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Ҡудаш Сәйфи

Ҡудаш Сәйфи

Ҡудашев Сәйфетдин Фәттәхетдин улы — Башҡорт АССР-ҙың халыҡ шағиры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ҡудашева Фәриҙә

Ҡудашева Фәриҙә

Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы Ҡудашева — йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының  һәм Татарстандың халыҡ артисы.

Мәүлекәсова Гөлсинә

Мәүлекәсова Гөлсинә

Мәүлекәсова Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы — балет артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, халыҡ-ара конкурстар бүләкләнеүсеһе һәм дипломанты.

Мифтахетдин Акмулла

Мифтахетдин Акмулла

 

ХlХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсеһе, шағир. Аҡмулла ижады башҡорт, ҡаҙаҡ, татар әҙәбиәте үҫешенә йоғонто яһай. Башҡорт яҙма әҙәбиәтенең тәүге сатирик шағиры ла ул.
Мөбәрәков Арыҫлан

Мөбәрәков Арыҫлан

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, оло шәхес, СССР-ҙың халыҡ артисы, бөйөк актёр, режиссёр, драматург.

Мөбәрәкова Гөлли

Мөбәрәкова Гөлли

Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова  — башҡорт театр актёры, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, театр педагогы һәм режиссёр.

Мортазина Миләүшә

Мортазина Миләүшә

З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины.

Мусин Ноғман

Мусин Ноғман

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

Башҡорт әҙәбиәтендә тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт, еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны урман хаҡында йәне әрнеп, борсолоп, проблемаларын күтәреп Ноғман Мусин кеүек яҙған башҡа әҙиптәр юҡ та, буғай. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb